Сарала ҡаһарман батырҙарҙың ата-әсәһе, туғандары, яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары, уҡытыусылар, уҡыусылар, ҡунаҡтар ҡатнашты.
"Герой партаһы" артында ултырыу хоҡуғы яҡшы өлгәшкән һәм мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға бирелде.
Геройҙарға мәңгелек дан! Батырҙарҙы иҫкә алыу – беҙҙең мәңгелек бурыс. Һәр герой партаһы артында кеше яҙмышы, ҡыйыулыҡ һәм батырлыҡтың шәхси миҫалы тора.
«Ғәлиәкбәр мәктәбе» төркөмөнән.