Киров район суды пассажирҙар һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһында ғәйепләнеүсенең үлеме менән бәйле енәйәт эшен туҡтатыу тураһында ҡарар сығарҙы.
Судтың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 2024 йылдың 19 апрелендә иртән Өфө-Ырымбур автомобиль юлының беренсе километрында иҫерек 22 йәшлек водитель дәүләт билдәләре булмаған, теркәлмәгән ВАЗ-21150 маркалы автомобиль менән идара итә. Салонда 6 пассажир була. Водитель юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙа, һөҙөмтәлә йөк машинаһы менән бәрелешә. Аварияла 22 йәшлек водитель һәм уның дүрт пассажиры урында уҡ алған тән йәрәхәттәренән вафат була. Ике пассажирҙы дауаханаға алып киләләр.
Суд билдәләүенсә, водитель юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуйған, шулай уҡ транспортта ла етешһеҙлектәр етәрлек булған.