Һауа торошоноң ҡырҡа насарайыуына бәйле (көслө ел, һепертмә буран, күреү мөмкинлегенең сикләнеүе) Аксенов - Аксаков - Бәләбәй юлының 0 саҡрымынан алып 39-сы саҡрымына тиклемге автомобиль юлы участкаһында транспорт сараларының бөтә төрҙәре өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелә.
Сикләүҙең яҡынса тамамланыу ваҡыты - көндөҙгө сәғәт ике.
Һауа торошоноң һаҡланыуына (йәки яҡшырыуына) бәйле тамамланыу ваҡыты үҙгәрергә мөмкин.
Зинһар өсөн, хәүефһеҙлек сараларын аңлап ҡабул итегеҙ. Бик кәрәк булмаһа, был йүнәлештә сәйәхәт итеүҙән тыйылығыҙ. Рәсми сығанаҡтарҙағы яңылыҡтарҙы күҙәтегеҙ!
Фото: МЧС РБ.