Нефтекамала урындағы кеше билдәһеҙҙәрҙең күрһәтмәһе буйынса автомобилен һатып, аҡсаһыҙ ҡалған.
Ташҡын ауылының 64 йәшлек кешеһе, мутлашыусылар ҡармағына эләгеп, автомобилен һатҡан һәм 720 мең һум аҡсаһын енәйәтселәргә күсергән.
Күңелһеҙ тарих ошолай башланған: гражданға билдәһеҙ ҡыҙ шылтыратып, үҙен Пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан. Ул хеҙмәт стажын ҡайтанан иҫәпләү тураһында хәбәр иткән һәм, офисҡа саҡырыу һылтауы менән, электрон сиратҡа ҡуйыу өсөн кодты әйтергә һораған. Ир кодты биргәндән һуң шунда уҡ Роскомнадзорҙан, ФСБ-нан шылтыратыуҙар башланған.
Ирҙе енәйәтселәрҙең уның исеменә бер нисә кредит алырға маташыуы, ә хәҙерге ваҡытта уның автомобилен үҙҙәренә яңынан рәсмиләштереүе менән ҡурҡытҡандар. Ауыр хәлдәрҙән ҡотолоу өсөн зыян күреүсегә сит ил машинаһын тиҙ арала һатырға һәм аҡсаны резерв иҫәпкә һалырға кәңәш иткәндәр.
Граждан бушлай иғландар сайты аша һатып алыусы тапҡан һәм ашығыс рәүештә автомобилен 850 меңгә һатҡан. Банкомат аша аҡсаны өлөшләтә күсергән. Ләкин был көндө ул бөтә сумманы ла күсерә алмаған. Уның менән даими бәйләнештә булған енәйәтселәр ҡалған сумманы күсереүҙе икенсе көнгә ҡалдырған.
Иртәнсәк ауыл кешеһе аңына килгән һәм билдәһеҙҙәр йоғонтоһо аҫтында эш иткәнен аңлаған, ҡала полицияһына ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Хөрмәтле граждандар! Бер ҡасан да телефон аша билдәһеҙҙәрҙең күрһәтмәләренә эйәрмәгеҙ. Ниндәй генә һылтау булмаһын, таныш булмаған кешеләр менән һөйләшеүҙе дауам итмәгеҙ.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Нефтекама ҡалаһы буйынса бүлеге.
Муттар төрлөсә алдарға эшкинә: https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2026-02-17/du-y-bulyp-a-sa-y-an-4581782
Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan