Уҙған йылдың 1 октябрендә кис, «Лада Приоры» руле артында 20 йәшлек водитель, Туймазы ҡалаһының Комаров урамындағы көйләнмәгән йәйәүлеләр үткәүеле аша сығып барған әсә менән ҡыҙҙы тапай. 40 йәшлек ҡатын алынған йәрәхәттәрҙән урында вафат була, ә ҡыҙ ауыр йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Водителде ҡулға алалар.
БР судтарының берләшкән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, егет 1 йыл да 6 айға шартлы рәүештә иркенән һәм 2 йыл транспорттың бөтә төрҙәре менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителә.
"Хөкөмдө йомшартыусы шарттар булып суд барышында ғәйепләнеүсе тулыһынса үҙ ғәйебен таныуҙы, ҡылған ғәмәленә ихлас күңелдән тәүбә итеүҙе, әхлаҡи зыянды үҙ ирке менән ҡаплауҙы, зыян күреүсенең вәкиле яғынан дәғүәләрҙең булмауын, зыян күреүсенең вәкиленән ғәфү үтенеүҙе һәм башҡаларҙы иҫәпкә алды», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр инстанцияла.