Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля , 09:13

Не рули, малай!

Күгәрсен районында "ВАЗ-2110" машинаһы менән идара иткән иҫерек 16 йәшлек үҫмер автоинспекторҙарҙан ҡасып маташҡан.

Не рули, малай!Не рули, малай!
Не рули, малай!

Күгәрсен районы биләмәһендә Мораҡ - Иҫәнғол автомобиль юлының 1-се километрында ВАЗ-2110 автомобиле водителе полиция хеҙмәткәренең законлы туҡтатыу талабын һанға һуҡмай һәм ҡасырға маташа. Оҙайлы эҙәрлекләү барышында автомашина Мораҡ ауылында тотола. Автомобилде 16 йәшлек урындағы кеше йөрөтә, уның иҫерек булыуы асыҡ күренә. Законлы вәкилдәрҙең ҡатнашлығында үҫмер иҫерек булыу-булмауға тикшереү үтеүҙән баш тарта. Бәлиғ булмаған балаға ҡарата Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының бер нисә статьяһы буйынса административ материалдар төҙөлгән: 12.26-сы статьяның 2-се өлөшө - идара итеү хоҡуғына эйә булмаған кешенең медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартыуы; 12.25-се статьяның 2-се өлөшө - туҡтатыу тураһында законлы талапҡа буйһонмау; 12.15-се статьяның 4-се өлөшө - ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сығыу; 12.12 статьяһының 1 өлөшө - светофорҙың тыйыусы сигналына үтеү. Үҫмерҙең ата-әсәһе Рәсәй Федерацияһы Административ хоҡуҡ кодексының 5.35-се статьяһы буйынса ата-әсәлек бурыстарын тейешенсә үтәмәгәне өсөн административ яуаплылыҡҡа тарттырылған. Автомобиль махсус туҡталҡаға ҡуйылған.

Фото: БР ДАИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас