Өфө полицияһында бәлиғ булмаған бала ҡатнашлығында мутлашыу осрағы теркәлгән.
Малайға билдәһеҙ номерҙан шылтыраталар ҙа, посылканы алыуҙы раҫлау өсөн смс-кодты әйтеүен һорайҙар. Ул кодты әйтә.
Артабан "Дәүләт хеҙмәттәре" порталының шәхси кабинетына инеү тураһында хәбәр килә һәм ярҙам хеҙмәте номеры күрһәтелә.
Ҡурҡҡан бала күрһәтелгән номерға шылтырата.
"Техподдержка" уны махсус ҡушымтаны күсереп алырға, экранда демонстрацияны ҡуйырға, порталда паролде үҙгәртергә ҡуша.
Ят ҡатындың күрһәтмәһе буйынса малай "Шәхси документтар" бүлегенә күсә, унда ул үҙенең исеменән рәсмиләштерелгән ышаныс ҡағыҙы булған файлды күрә.
Бынан һуң уның менән "хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре" аралаша башлай - улар балаға ярҙам итергә вәғәҙә бирә.
Улар ебәргән һылтанманы асып ҡарағас, ул үҙенең иҫәбендә миллион һумдан ашыу аҡса булыуын күреп шаҡ ҡата. Енәйәтсе ул йәшәгән торлаҡта тентеү үтергә тейешлеген хәбәр итә һәм видеоэлемтә аша фатирҙы күрһәтеүен һорай. Бала күрһәтмәләрҙе теүәл үтәй - видеоэлемтә аша фатирҙы күрһәтә. "Тикшереүселәр" шкафтарҙың береһендә аҡса таба ла, тупланманы банкомат аша уларға күсерергә мәжбүр итә.
Ғаиләгә килгән зыян - 180 мең һумдан ашыу.
Хөрмәтле ата-әсәләр! Балағыҙҙың һанлы хәүефһеҙлеге мәсьәләләренә ҡарата уяу булығыҙ! Мутлашыусылар балаларҙың тәжрибәһеҙлеген һәм эскерһеҙлеген маҡсатлы файҙалана, үҙҙәрен дәүләт органдары, ташыу хеҙмәттәре йәки техник ярҙам хеҙмәткәрҙәре итеп күрһәтеп, алдай, ҡурҡыта, янай, ҡушҡанды үтәргә мәжбүр итә. Һеҙҙең контроль һәм асыҡ диалог - уларҙы яҡлауҙың төп факторҙары.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.