Дыуан районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөгөн иртәнге сәғәт ун тирәһендә Өфө-Бөрө-Таҙтүбә юлының 211 саҡрымында 35 йәшлек водитель "Лада Гранта" машинаһында ҡаршы хәрәкәт һыҙатына сыға һәм маңлайға-маңлай "УАЗ" автомобиле менән бәрелешә. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 35 йәшлек "Лада" водителе урында вафат була, "УАЗ"дың водителе һәм пассажиры төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Әлеге ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлай.
Фото: БР ДАИ.