0 °С
Болотло
Яратҡан ир, мөмкинселек табып,
Наҙлы һүҙҙәр табыр, иркәләр,
Тик шул саҡта ғына һеҙҙең өйҙә
Бәхет менән атыр иртәләр.
Ышаныслы булһа ир-егеттәр,
Күҙенә тик берәү күренһә,
Матур була ҡатын-ҡыҙҙар, әгәр
Мөхәббәткә, наҙға төрөнһә.
Хистәренә тоғро булғандарҙың
Һөйгәнендә булыр йән-тыны,
Ир-егеттең күңеле матур булһа,
Һуш китерлек булыр ҡатыны!
Фирүзә Абдуллина.