Нарьян-Мар — Өфө маршруты буйынса осош яһаған Самолет техник етешһеҙлек арҡаһында аэропортҡа кире ҡайтырға мәжбүр була.
Экипаж, ишек бикләнмәгән тигән датчик эшләй башлағандан һуң, боролорға ҡарар итә.
Самолет Нарьян-Марҙа имен-аман ултырҙы, тип хәбәр итәләр Ненец автономиялы округы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Онлайн-табло мәғлүмәттәре буйынса, «РусЛайн» авиакомпанияһының 7R-258 рейсы урындағы ваҡыт буйынса 14:50 сәғәттә Өфө аэропортына төшәргә тейеш була, хәҙер осоу ваҡыты 17:55 сәғәткә үҙгәртелгән.
Нарьян-Мар аэропорты авиакомпанияның рейсты башҡарыу өсөн резерв борт ебәреүе тураһында хәбәр итә.