Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля , 09:22

Дуҫы булып аҡса һыҡҡан

Иғтибарлы булығыҙ: мутлашыусылар үҙҙәрен теләһә кем итеп күрһәтә ала!

Дуҫы булып аҡса һыҡҡанДуҫы булып аҡса һыҡҡан
Дуҫы булып аҡса һыҡҡан

Баш ҡалала йәшәүсе ир үҙенең танышынан мессенджерҙа хәбәр ала. Банк ҡушымтаһына инә алмау һылтауы менән дуҫы 200 мең һум аҡса һорай. Ир ризалаша һәм күрһәтелгән сумманы картаның күрһәтелгән номерына күсерә. Тиҙҙән дуҫы тағы ла аҡса һорағас, һис бер һүҙһеҙ 140 мең һум ебәрә. Һуңыраҡ, дуҫының аккаунты юйылғанын күргәс, ул мутлашыуға дусар булыуын аңлай.

Өфөнән ҡатынды иһә мессенджерҙа эш чаты аша алдайҙар.
Эш чатында хеҙмәт стажын раҫлау өсөн һылтанма буйынса "Дәүләт хеҙмәттәре" порталына инеү үтенесе менән белдереү барлыҡҡа килә.
Был ғәмәлдәрҙе башҡарғандан һуң, ул аккаунттың ватылыуы тураһында хәбәр ала һәм бәйләнеш өсөн телефон номерҙары күрһәтелгән була. Шулар буйынса шылтыратҡас, уның менән ҡаҙна хеҙмәткәрҙәре булып сығыш яһаған кешеләр һөйләшә.
Улар муттарҙың уның шәхси кабинетына инеп, ышаныс ҡағыҙы төҙөгәнен хәбәр итә.
Ҡурҡҡан ҡатын яңы кеҫә телефоны һатып ала һәм уның ярҙамында ике миллион һумдан ашыу аҡсаны билдәһеҙ иҫәпкә күсерә. Был хаҡта коллегаһы белеп ҡала һәм мутлашыусылар тарафынан алданыуын аңлата.

Полиция тағы ла бер тапҡыр иҫкәртә: аҡса менән бәйле манипуляциялар үткәреүҙе талап иткән ят кешеләрҙең күрһәтмәләренә ҡолаҡ һалмағыҙ!  Таныш булмаған кешеләрҙән килгән мәғлүмәтте һәр ваҡыт тикшерегеҙ. 

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас