Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраль , 10:25

Батыр иргә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы!

Ҡырмыҫҡалынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы 43 йәшлек Алексей Лямин "Батырлыҡ өсөн" миҙалы менән наградланған.

Батыр иргә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы!
Батыр иргә "Батырлыҡ өсөн" миҙалы!

Махсус хәрби операция иғлан ителгәс, ул декабрҙә илдең Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуя. Был ваҡытҡа уның бер туған һәм ике туған ағайҙары ла мобилизацияға эләгеп, әҙерлек үткән була. "Шуға күрә Ватанға хеҙмәт итеүҙән башҡа ҡарар ҡабул итә алманым", - тип һөйләй яугир. Алексей һуңғы айҙарҙа, ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, яралыларҙы һуғыш яланынан эвакуациялау менән шөғөлләнә. Хеҙмәт итеү осоронда Лямин өс тапҡыр ауыр яралана. Хәҙер ул өйҙә реабилитация үтә.

Ҡыйыу иргә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ! 

Фото: https://vk.ru/karmadm?z=photo-173018413_457303057%2Fdbe776d9dd742e18f1

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас