Яңылыҡтар таҫмаһы
17 Февраля , 06:00

 2026 йылда балалар өсөн пособие: нимәләр үҙгәрҙе һәм кемдәргә түләнә?

2026 йылдың 1 ғинуарынан илебеҙҙә минималь эш хаҡы һәм йәшәү минимумы артты.  Ошоға бәйле, балалар өсөн айлыҡ пособиеһын түләүҙә мөһим үҙгәрештәр булды.   Кемдәр хәҙер адреслы ярҙамға  дәғүә итә ала, ә кемдәр бындай мөмкинлектән мәхрүм ителә?

Добавить в предпочтительные источники Google
2026 йылда балалар өсөн пособие: нимәләр үҙгәрҙе һәм кемдәргә түләнә?2026 йылда балалар өсөн пособие: нимәләр үҙгәрҙе һәм кемдәргә түләнә?
 2026 йылда балалар өсөн пособие: нимәләр үҙгәрҙе һәм кемдәргә түләнә?

 Балалар өсөн йәшәү минимумы – 16350 һум

Билдәле булыуынса, 2026 йылдың ғинуарынан республикала йәшәү минимумы күләме 6,8 процентҡа артты һәм  хәҙер йән башына 16856 һум тәшкил итә.  Айырып әйткәндә, хеҙмәткә яраҡлы  кешеләр өсөн – 18373 һумға, ә балаларға 16350 һумға тиң. Ошо сумманан сығып, балалар пособиеһы билдәләнә лә инде.

Шулай итеп,  айлыҡ пособие балалар өсөн йәшәү минимумының 50, 75 йәки 100 процентын тәшкил итеүе ихтимал. 50 проценты – 8175 һум, 75 проценты – 12263 һум һәм 100 проценты 16350 һум. Барыһы ла ғаиләнең килеменә һәм матди хәленә бәйле билдәләнә.

Кемдәрҙең был пособиеға хоҡуғы бар?

Айлыҡ түләүҙәрҙе бөтә ғаилә лә  ала алмай, бының өс шарты бар. Уның берәүһе генә үтәлмәгән хәлдә лә һеҙгә кире яуап киләсәк.

*Беренсенән,  ғаиләнең  йыллыҡ дөйөм килеме һәр ғаилә ағзаһына йәшәү минимумынан артырға тейеш түгел. Йәғни ғаиләнең аҙ тәьмин ителеүселәр исемлегенә инеүе шарт. Башҡортостанда ул 16 856 һумдан күп булырға тейеш түгел.  Мәҫәлән,  алты кешенән торған ғаиләнең дөйөм килеме йылына 600 мең һум икән, шуны 12 айға һәм ғаилә ағзалары иҫәбенә бүләбеҙ. 600000:12:6 = 8300. Тимәк, һәр ғаилә ағзаһына айына 8300 һум килеп сыға. Бындай ғаилә пособиеға дәғүә итә ала.

*Икенсенән, һәр ғаиләнең рәсми килеме булырға тейеш. Был – 2026 йылдан индерелгән  етди яңылыҡ.  Һәр эшкә яраҡлы ғаилә ағзаһының (ата-әсә) 12 ай өсөн 8 минималь эш хаҡы  күләмендә раҫланған килеме  килеме булырға тейеш. 

Мөһим! Был ҡағиҙә яңғыҙ бала тәрбиәләүсе һәм күп балалы әсәләргә ҡағылмай. 

* Өсөнсөнән,   пособиены иҫәпләгәндә, ғаиләнең күпме  килем  алыуына ғына түгел, ә нимәгә эйә булыуына ла ҡарайҙар. Ғаилә рәсми рәүештә эшләмәгән, ҡағыҙҙа ғына аҙ тәьмин ителгән иҫәпләнгән, әммә бик күп фатирға эйә булған, ҡиммәтле машиналарҙа йөрөгән осраҡтар күп осрай. Бында етди сикләүҙәр бар, бер генә пункттың үтәлмәүе пособие түләнмәүгә – тура юл.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина