БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда Беловежье зубрҙарын аҫрау эше дауам итә.
Бөгөн "Мораҙым" тәбиғәт паркында 25 баш хайуан тотола. Европа зубрҙарын тап беҙҙә тергеҙеү проектының уңышы күрһәткесе - һигеҙ быҙауҙың тыуыуы. Тимәк, шарттар яҡшы, улар яраҡлашҡан.
Президент фондынан отҡан 10,2 миллион һум грантҡа Беларусь питомниктарынан тағы ла туғыҙ баш зубр алыу күҙаллана. Маҡсатлы күрһәткес - 2030 йылға кәмендә 50 башҡа еткереү.