Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль , 10:05

Күрәһеләр алда икән әле!

БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты көн торошо боҙолоуы хаҡында иҫкәртә.

Күрәһеләр алда икән әле!
Күрәһеләр алда икән әле!

Көн торошона фараз Башгидромет синоптиктары мәғлүмәттәренә нигеҙләнеп төҙөлгән. Республикала  болотло булыуы һәм епшек ҡар яуыуы фаразлана. Ҡайһы бер райондарҙа сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа ҡар һырынтылары, һәм боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыш һәм көнбайыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә иҫәсәк, урыны менән секундына 14 метр тиҙлеккә етәсәк.

Һауа температураһы төндә -2 , -7, көндөҙ  -3 ...+3° градус. Төндә һәм иртән трассаларҙың айырым участкаларында томан һәм яуым-төшөм арҡаһында күреү мөмкинлеге 500 -1000 метрға тиклем кәмеүе ихтимал.

Водителдәргә иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын һаҡларға кәңәш итә белгестәр.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас