Яңылыҡтар таҫмаһы
16 Февраль , 16:00

Аҙашам...

Күрһәтегеҙ әле миңә юлды, Күрһәтегеҙ әле, аҙаштым, Сабый ғына саҡтарыма илткән Һуҡмағымды килә табаһым.

Аҙашам...Аҙашам...
Аҙашам...

Ҡайһы һуҡмаҡтарҙан барһам икән
Ҡаҙ бәпкәләр көткән болонға,
Ҡай тирәлә һикергеләп йөрөй
Бала сағым, йәп -йәш ҡолондай.
Ҡайҙа ҡалған ваҡыт, инәйемдең
Муйынсағын уйнап өҙгәнем,
Һәр бөртөгөн йыйып ебәк епкә
Килә минең ҡабат теҙәһем.
Билдән түбән толомдарым манып
Пар силәккә һыуҙар алғаным,
Ҡайҙа ҡалдың, моңло көйҙәр көйләп
Көйәнтәмде иңгә һалғаным.
Сыҡтым әле эҙләп һуҡмағымды,
Аңлағыҙсы минең хәлдәрем,
Ҡайҙа ҡалған бәхеттәргә тулы
Иң вайымһыҙ, шаян мәлдәрем.
Сабый саҡҡа илткән һуҡмағымды
Төштәремдә күреп һаташам,
Ҡайҙа һуң һин, йәйғор төҫлө һуҡмаҡ?
Һине эҙләп үҙем аҙашам.

 

Тамара Султан -Субхангулова.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас