Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль , 09:00

Һырғалаҡта көтәләр

"Өфө ҡәлғәһе" (Локотки ауылы) мәҙәни-тарихи комплексында "Һырғалаҡ - 2026" ҡышҡы спорт фестивале буласаҡ.

Һырғалаҡта көтәләр
Һырғалаҡта көтәләр

Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге, Ишле һәм татыу ғаилә йылдарына арналған был сара 1 мартта төшкө сәғәт 12-лә башлана, тип хәбәр итәләр Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

Программала йәнегеҙ теләгән бөтә нәмә бар: саңғы уҙышы, көс күпалышы (иң көслө батыр асыҡланасаҡ), мәҙәни сығыштар, этно-парк (рус ыҙбаһы менән башҡорт тирмәһе янында фотоға төшөргә мөмкин), йәштәр фестивале һ.б.

Тағы шул: 1 март еткәс, ғәҙәттә ҡыш менән хушлашалар. Был байрамда ла ҡышҡы һыуыҡ ҡарасҡыһын яндырыу күҙалланған.

Фото: мэрия Уфы, вк.

Беҙҙе MAX-та ла уҡығыҙ! 

https://max.ru/yeshlek_gazite

 

 

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас