Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраля , 04:10

Яҙ ҙа етер...

Яҙғайныҡ инде: быйыл яҙҙың иртәрәк килеүе күҙаллана. Тап бына ошо көндәрҙә температура ҡапыл күтәрелә. 

Яҙ ҙа етер...Яҙ ҙа етер...
Яҙ ҙа етер...

Атлантик һауа массалары беҙҙең яҡтарға ла йылылыҡ килтерә. Бөгөндән үк (кискә табан) Башҡортостанда +1 градус булыуы ихтимал. 

Тик был оҙаҡҡа түгел. Шулай ҙа өс көн самаһы торор әле. Был ваҡытта боҙлауыҡ була. Юлда ипләп йөрөгөҙ.

Ғөмүмән, көн торошон фаразлаусы сығанаҡтарҙан күренеүенсә, ҡаты һыуыҡтар үтте кеүек. 

Әйтеүҙәренсә, март йылы була. Ҡар тиҙ үк иреп бөтәсәк, тимәк.

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас