

Был сара тарихи датаға бәйле - 1989 йылдың 15 февралендә совет ғәскәрҙәре Афғанстандан сығарыла. Шул йылдар шаңдауы - был көн яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө.
Монументҡа сәскә һалыуҙа БР Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников, локаль һуғыштар ветерандары, йәмәғәт ойошмалараы вәкилдәре, ҡала халҡы ҡатнашты.
Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмай...
Хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған яугирҙарҙың рухы еңеллек тапһын, урындары ожмахта булһын!
Фото: Город Уфа, вк
Беҙҙе МАХ-та ла уҡығыҙ!