Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Февраль , 09:25

Акция енәйәт эше менән тамамланды...

Күктән төшкәнде ярата ул бәғзеләр. Тик һәр ваҡыт булып тормай. Булғанда эләктерергә яратыусылар ҡайһы саҡта мәҙәк йә ғибрәт күренешкә лә тарый. Өфөләге "7000 шар" акцияһында кеше бер-береһен тапап бөткән.

Акция енәйәт эше менән тамамланды...
Акция енәйәт эше менән тамамланды...

Баш ҡалабыҙҙың "Планета" сауҙа үҙәгендә булған хәл. Кисә унда меңәрләгән шар осорғандар, йәнәһе, шуларҙың 20-ләбенең эсендә бүләк бар, алығыҙ, һеҙҙеке булһын...

Һөҙөмтәлә нимә? Этеш-төртөш башланған, әлбиттә. Аҙағы шул: бер бала гипста, бер йәш ҡатындың ҡайһы ерелер һынған...

Башҡортостандың Тәфтиш комитеты ойоштороусыларға ҡарата енәйәт эше асты, тип хәбәр итәләр. 

Фото: Моя Уфа| Новости Уфа Башкирия / соцсети
 
Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас