Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Февраль , 11:52

Байрамды ярыш менән ҡаршылайҙар!

Ҡарауыл! Учалы районы Миндәк ауылында Учалы һәм Белорет уҡсылары сәптәрҙе тишкеләп, иләккә әйләндерә, йәмәғәт! 

Байрамды ярыш менән ҡаршылайҙар!
Байрамды ярыш менән ҡаршылайҙар!

Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылы уңайынан, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған спорт сараһы ысын байрам кеүек - зал гөрләп тора! Фекерҙәштәр, дуҫтар бергә тупланған бит. 

Нилә менән Юнир Исламовтар ойошторған бәйгелә ҡуян кеүек ҡаса-боҫа йөрөлә әле, уҡтары менән бәреп ҡуймаһындар, тип. Көс-ҡеүәттәре ташып тора мәргәндәрҙең, атты йығырлыҡ!

Ә иң мөһиме, тарихсы Фәнүр Шаһиев боронғо башҡорт күн ҡалҡандары биҙәктәре нигеҙендә, тарихи документтар, легендаларға таянып тергеҙелгән сәптәрҙең презентацияһы ойошторолдо бөгөн. Йәғни, 2026 йылдың 14 феврале, башҡорттар өсөн тарихи, әһәмиәтле көн.  

Фото: автор.

Байрамды ярыш менән ҡаршылайҙар!
Байрамды ярыш менән ҡаршылайҙар!
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас