15 февралдә көндөҙ епшек булһа, яҙ иртәрәк килер.
26 февралдә ҡар иреһә, һыу аҡһа, йәй ямғырлы булыр.
27 февралдә йылы булһа, март башында һыуыҡ көт.
28 февралдә боҙбармаҡтар оҙон икән, яҙ ҙа оҙон булыр.
Февраль аҙағында ҡар күп яуһа, борсаҡ менән сәтләүек уңыр.
Ай аҙағында боҙбармаҡтар оҙон булһа, яҙ оҙаҡҡа һуҙылыр.
Ҡарһыҙ февраль - ҡоро йәй.
Февралдең һуңғы аҙнаһы ни тиклем һыуығыраҡ, март шул тиклем йылыраҡ, ти халыҡ һынамыштары.
Фото: автор фотоһы.