– Әллә шунда ҡатыны менән икәүләп – бер-береһен, яратабыҙ, тип сәхнәлә һикереп-һикереп бейеп йөрөйҙәр инде. Яратмайым мин уларҙы, – ти һатыусы.
Ризат аптырап ҡалмай, автомобиленә сыға һалып, һатыусы апайға концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙын алып инә. Һатыусы иһә йырсының үҙенә үк уларҙы яратмауын әйтеүенән ояла. Ни эшләргә лә белмәй.
Шуға, уйнап һөйләһәң дә уйлап һөйлә, ти бит халыҡ та.