

Өфөлә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре порностудияны япҡан.
"Кинала" төп ролде 19 йәшлек ҡыҙ уйнаған. 21 йәшлек гүзәл зат видеоларҙы рекламалаған, таратҡан - стримдар ойошторған, кешеләрҙе йәлеп иткән. Ә инде элек хөкөм ителгән 42 йәшлек ир ошо эш менән "камандауайт" иткән. Уны ҡулға алғандар. Ҡыҙҙарҙы әлегә ебәргәндәр.
Рәсми мәғлүмәт: Башҡортостанда полиция хеҙмәткәрҙәре Росгвардия көсө ярҙамында порнография етештереү һәм таратыу буйынса селтәр эшмәкәрлегенә сик ҡуйҙы. Был турала Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте белдерҙе.
Оператив эш барышында популяр мессенджерҙарҙың береһендә түләүле ике "лайф" каналы эшләүе асыҡлана (порнографик контент менән).
Порнографик видеоларҙа 19 йәшлек Өфө ҡыҙы ҡатнаша.
Түләүҙәр уның исеменә асылған банк картаһына килә, шулай уҡ махсуслаштырылған онлайн-сервистар аша ла башҡарыла.
Бөтә селтәрҙе координациялау менән элек хөкөм ителгән 42 йәшлек Өфө кешеһе етәкселек итә.
Уның функцияларына шәхси каналдарҙы үҫтереүҙең дөйөм стратегияһы, интернетта реклама кампанияһын координациялау, шулай уҡ аудиторияны йәлеп итеү өсөн уйын платформаларында стример сифатында ҡыҙҙы "продюсерлау" инә.
Каналдарҙы үҫтереү һәм яҙылыусылар йәлеп итеү өсөн 21 йәшлек Өфө ҡыҙы яуап бирә.
Ул реклама постарын урынлаштырыу һәм ҡулланыусыларҙы ябыҡ түләүле каналға йүнәлтеү менән шөғөлләнә.
Тикшереү түләүле каналдың фото- һәм видеоматериалдарын порнографик тип таный.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының Баш тәфтиш идаралығы тарафынан йыйылған материалдар нигеҙендә РФ Енәйәт кодексының 242-се статьяһының 3-сө өлөшөнөң "а" һәм "б" пункттарында ҡаралған енәйәт составы билдәләре буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла ("Порнография материалдарын таратыу маҡсатында, шул иҫәптән интернет менән файҙаланып, законһыҙ әҙерләү һәм әйләнешкә сығарыу").
Ике фигуранткаға ҡарата ла - 19 һәм 21 йәшлек ҡыҙҙарға - китмәү тураһында яҙыу рәүешендә иҫкәртеү сараһы һайлана. 42 йәшлек ир-атты суд ҡатыраҡ сара - һаҡ аҫтына алыуҙы һайлай.
Тентеүҙәр барышында ғәйепләнеүселәрҙән матди дәлилдәр: компьютер техникаһы, кеҫә телефондары, ҡаты дисктар, шулай уҡ контент булдырыуҙа ҡулланылған әйберҙәр тартып алына.
Енәйәт эшен тикшереү дауам итә, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Видео: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan