

Бөгөн, 13 февралдә, Башҡортостандың Дәүләкән районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ошо хаҡта БР Дәүләт автоинспекцияһы башлығы Владимир Севастьянов хәбәр итә. Иртәнге сәғәт һигеҙҙә Шишмә - Ҡырғыҙ Миәкә автомобиль юлының 62 - се километрында ВАЗ-2110 автомобиле Һәм «Ford Transit» автобусы бәрелешкән. Авария һөҙөмтәһендә еңел машинаның водителе һәм пассажиры һәләк була. Юл-транспорт ваҡиғаһы ваҡытында автобуста пассажирҙар булмай. Ваҡиға урынына полиция полковнигы Олег Дмитриев һәм Дәүләкән районы прокуроры Тимур Ҡәйүмов юлланды.