Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Февраль , 13:47

"Бәпесем"де ҡабул итегеҙ!

Йырсы-яугир Фларид Бирғәлиндың сираттағы ижад емеше менән һыйлайбыҙ, дуҫтар! 

"Бәпесем"де ҡабул итегеҙ!
"Бәпесем"де ҡабул итегеҙ!

Йырҙың һүҙҙәре: Samigulla Lukman Минзаля Яхина
Музыка : Samigulla Lukman
Аранжировка, мастеринг: Гайсар Муратов
- Барыһына ла ҙур рәхмәт, - тип яҙа Фларид Бирғәлин. - Ғашиҡтар көнөнә минән һеҙгә бүләк! Һағышлыраҡ булды инде... Һөйөп һәм һөйөлөп йәшәгеҙ! Һуғыш елдәре һеҙҙе бер-берегеҙҙән айырмаһын, һағыштарға батырмаһын, ғашиҡтар! 

Әлеге ваҡытта бында һеҙҙәге кеүек ҡыш, һыуыҡ ҡына. МХО-ла йөрөгәндән алып, 2002 йылдан, тәүге тапҡыр ошондай һалҡын ҡышты күрәбеҙ. Яҙҙы көтәбеҙ, һуғыштың тамамланыуын... Барыбыҙҙың да теләк шул. 

Көн һайын фронт буйлап йөрөйбөҙ, яҡташтарҙы күрһәк - оло ҡыуаныс! Улар инде йүгереп килеп етәләр, ихласлап ҡосаҡлап алалар, ҡайҙан, тип һорашалар, ҡыуаналар, өлкәнерәк ағайҙар арҡанан ҡағып ебәрәләр, күҙҙәре йәшләнә... Күҙ асып йомған бер мәлгә генә тыуған яҡҡа, Башҡортостанға ҡайтҡан кеүек булаһың. Ҡыйын да, рәхәт тә... Бәлки, кем менәндер һуңғы тапҡыр күрешәбеҙҙер, тигән уйҙан - бик ауыр, ә уларҙың ныҡлығын, батырлығын, рух көсөн тойоу - күңелгә өмөт, ышаныс бирә. Көслө беҙҙең ир-егеттәр, һүҙ ҙә юҡ! Һуңғы өс-дүрт айҙа Башҡортостандан ҡатын-ҡыҙҙарҙы йыш күрәбеҙ - табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар... Ошоғаса улар осрамай торғайны.

Йырҙар ижад итеп, йыуаныс алам... Әгәр ҙә йыр булмаһа, бында башты ташҡа орорлоҡ мәлдәр булып китә ул...

Һәр беребеҙгә бынан иҫән-аман ҡайтырға яҙһын! Көтөгөҙ беҙҙе!  

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас