Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 06:00

Яугирҙарға байрам бүләге

Хәйбулла районы Әбүьәкер ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән. 

Яугирҙарға байрам бүләгеЯугирҙарға байрам бүләге
Яугирҙарға байрам бүләге

"Тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнө етә. Ошо байрам уңайынан МХО-ла ҡатнашыусы яугирҙарға ебәреләсәк гуманитар ярҙам йыйыуҙан Әбүбәкер ауыл халҡы ла ситтә  ҡалмай. Был изге эшкә һәр ғаилә ҙур өлөш индерә. Илдә барған хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Ауыл халҡы МХО-ла йөрөгән яугирҙарға ярҙам итеүен дауам итә. Ошо көндәрҙә бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, гигиена кәрәк-яраҡтары, Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, маскировка селтәрҙәренән торған гуманитар ярҙам әҙерләнә. Бындай ярҙам яугирҙарға көс-ҡеүәт өҫтәр, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итер. Иҫән генә йөрөп һау ҡайтһындар", - тип хәбәр итә әбүбәкерҙәр.

"Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзите сайтынан. 

Яугирҙарға байрам бүләге
Яугирҙарға байрам бүләге
Яугирҙарға байрам бүләге
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас