Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы ҡарары менән Рәми Ғарипов миҙалы булдырылды.
- Рәми Ғарипов башҡорт әҙәбиәте тарихында ҡабатланмаҫ, сағыу эҙ ҡалдырҙы, - тип билдәләне Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов. - Ул ялҡынлы шағир, публицист ҡына түгел, оҫта тәржемәсе лә була. Юғары художестволы тәржемәләр аша донъя халыҡтары араһында дуҫлыҡ күпере һалына. Уның иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе изге бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ.
Һәр миҙалдың үҙ номеры бар. Тәүгеләрҙән булып наградаға лайыҡ булыусыларҙы киләһе айҙарҙа бүләкләү планлаштырыла.