Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль , 16:10

Үәт, әй! Күстәнәс өсөн 120 мең һум түләгән!

Билдәле йырсы Илһөйәр Бәҙретдиноваға күстәнәс өсөн 120 мең һум түләргә тура килгән. Ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта ҡыҙғаныс та хәлгә йырсы Өфөлә тарыған.

Үәт, әй! Күстәнәс өсөн 120 мең һум түләгән!
Үәт, әй! Күстәнәс өсөн 120 мең һум түләгән!

Билдәле булыуынса, Илһөйәрҙең концертына Бүздәк районында йәшәүсе дуҫтары күстәнәс итеп сөгөлдөр ҡушылған ҡыҙыл ҡатыҡ алып килгән. Илһөйәр, ҡунаҡхана бүлмәһендәге һыуытҡыс тулы булғас, уны тәҙрә төбөнә ҡуйған һәм онотҡан.  Ун ике көн буйы тәҙрә төбөндә ултырған ҡатыҡ әсеп, шешәнән атылып сығып, донъяны тултырған.

– Ҙур гастролдән һуң ҡунаҡхана ресторанында ял итеп ултырһам, администрациянан: «Һеҙ номерҙы тулыһынса эштән сығарҙығыҙ – үҙегеҙ килеп ҡарағыҙ әле», – тип шылтыраттылар.  Ҡайтһам, ап-аҡ келәм, стеналар, түшәм ҡыҙыл таптар менән ҡапланған. Һөҙөмтәлә, миңә 120 мең һум штраф һалдылар, – ти йырсы.

Автор: Гөлнара Солтанова
Читайте нас