Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 06:45

Түләргә ашыҡмағыҙ!

Тәүҙә түләү ҡағыҙын яҡшылап тикшерегеҙ!

Түләргә ашыҡмағыҙ!Түләргә ашыҡмағыҙ!
Түләргә ашыҡмағыҙ!

Мутлашыусылар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ялған түләү ҡағыҙҙарын ебәрә – һаҡ булығыҙ! Түләр алдынан квитанцияны түбәндәге билдәләре буйынса тикшерегеҙ:

❶ Хеҙмәтләндереүсе ойошманың йәки хеҙмәт күрһәтеүсе операторҙың реквизиттары хаталы. Был ялған квитанцияның төп билдәләренең береһе. Яҙыуҙарҙы «ГИС ЖКХ» асыҡ реестры йәки элек түләнгән квитанциялағы мәғлүмәттәр менән сағыштырығыҙ.

❷ Хаталар һәм стандарт түгел шрифт. Рәсми документтарға хас булмаған ҡоролош һәм хаталар.

❸ Шикле QR-код. Скан аша «Хеҙмәт файҙаланыусы» бүлегенә үткәс һеҙҙең хеҙмәтләндереүсе ойошманың йәки хеҙмәт күрһәткән операторҙың атамаһы булырға тейеш. Шулай уҡ хеҙмәт файҙаланыусының ИНН һандарын тикшерергә кәрәк.

❹ Дәүмәл дөрөҫ түгел. Күрһәтелгән иҫәпләүҙәрҙең дөрөҫлөгөн тикшерегеҙ, иҫәп приборҙары күрһәткестәре менән сағыштырығыҙ.

❺ Шәхси мәғлүмәттәрҙә хаталар. Исем-шәрифегеҙҙе, шәхси иҫәп менән шәхси кодты тикшерегеҙ.

Өҫтәмә кәңәштәр:

❶ Квитанцияның тышҡы ҡиәфәте. Мутлашыусылар йыш ҡына баҫма сығымдарын сикләй, шуға күрә квитанция ғәҙәти булмаған ҡағыҙҙа баҫтырыла йәки конвертҡа һалынмай.

❷ Һөҙөмтәлә баҫма квитанцияның дөрөҫлөгөнә шик ҡалһа, ошо уҡ хеҙмәттәр өсөн электрон ысул менән «Госуслуги Дом», «ГИС ЖКХ» йәки торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге эре операторҙарҙың һанлы сервистары аша түләгеҙ. Тағы бер ысул – онлайн-банкинг (шәхси иҫәбегеҙ бәйләнгән).

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баҫма түләү документтарына иң яҡшы алмаш – электрон квитанция. Уның өҫтөнлөктәре – тиҙ килтерелә, мәғлүмәт тик һеҙгә билдәле, экологик яҡтан һаҡсыл.

???? Был чек-листты оло йәштәге туғандарығыҙ менән уртаҡлашығыҙ!

Материалды әҙерләргә Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы менән «Берҙәм мәғлүмәт-иҫәп үҙәге» («ЕИРЦ РБ») ЯСЙ белгестәре ярҙам итте.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас