Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 07:00

Мохтаждарға ярҙамға

Баш ҡалабыҙ Өфөнөң һәр районында ауыр тормош хәлендә ҡалыусыларға аҙыҡ-түлек таратыу пункты эшләй башланы. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мохтаждарға ярҙамғаМохтаждарға ярҙамға
Мохтаждарға ярҙамға

Пункттар «Ғаилә» үҙәктәре базаһында урынлашҡан.

Ярҙамды меңдән ашыу кеше ала ала - яңғыҙ пенсионерҙар, ауыр йәшәгән ғаиләләр. "Аҙыҡ-түлек" автономлы коммерция булмаған ойошмаһы Өфө ҡалаһы хакимиәте менән берлектә ғәмәлгә ашырған проект был.

Тиҙҙән "Мәрхәмәтлек кәрзине" марафондары уҙасаҡ. Унда битараф булмаған кешеләр аҙыҡ-түлек килтереп ҡалдыра ала.

Фото: Город Уфа, вк

Автор:Алһыу Ишемғолова