Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль , 10:30

Эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлашты

Өфөлә 100-ҙән ашыу эшҡыуар медиакиңлектә танылыуға арналған конференцияла ҡатнашты.

Эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлашты
Эшҡыуарҙар тәжрибә уртаҡлашты

«Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад» милли проекты буйынса үткән сарала йүнселдәр брендтарының ыңғай абруйын булдырыу, маҡсатлы аудиторияны йәлеп итеү алымдары, клиенттар менән үҙ-ара ышаныслы бәйләнеш темаларына фекер алышты, тәжрибә уртаҡлашты.

Конференцияның пленар өлөшөндә маркетингтың инновацион йүнәлештәре, медиатармаҡта һөҙөмтәле кампаниялар үткәреү серҙәре менән танышты. Программала медиаплан әҙерләү, бренд булдырыу, яһалма зиһенде ҡулланыу һ.б. шундай мөһим заман йүнәлештәренә ҡағылышлы темалар булды.

Бында саралар бик әһәмиәтле, тине ҡатнашыусылар.

Автор: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас