Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 16:00

Доғам

Бар уйҙарым һиндә генә, Һине уйлап тын алам, Иртә-кисен ҡабатлайым: “Тик иҫән-һау бул, балам”.

ДоғамДоғам
Доғам

Һөйләшеүең һалҡын ҡына,
Ҡамасаулайым һаман…
Шылтыратма, теләмәһәң,
Тик иҫән-һау бул, балам.

 

Эштәрең ыңғай барамы,
Йонсотманымы ҡалаң?
Доға итеп ҡабатлайым:
“Тик иҫән-һау бул, балам”.

 

Изге уйлы кешеләрҙең
Уртаһында бул, балам…
Илатһаң да, онотһаң да,
Иҫәнлек теләп ҡалам.

 

Фирүзә Абдуллина

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас