Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраля , 04:05

Башҡортостанда тикшереүҙәр бара!

Һөйләнмәй, ирешмәй генә, аңлап ҡабул итегеҙ инде был күпләп тикшереүҙәрҙе, хөрмәтле водителдәр һәм пассажирҙар! 

Башҡортостанда тикшереүҙәр бара!Башҡортостанда тикшереүҙәр бара!
Башҡортостанда тикшереүҙәр бара!

Юл-транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙа тәртиплелекте булдырыу маҡсатында әлеге мәлдә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре М-5 "Урал" автомобиль юлының 1376-сы саҡрымында (Бүздәк районы), "Р-240 подъезд к М-12" автомобиль юлының 43-сө километрында (Кушнаренко районы) күпләп тикшереүҙәр үткәрә.

Дәүләт автоинспекцияһының юл-патруль хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре баш ҡаланың Зәки Вәлиди урамында һәм Богородское Ауылы урамында ла водителдәрҙе тикшерә.

Шулай уҡ "Автобус" махсуслаштырылған рейд саралары сиктәрендә Өфө ҡалаһы ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре Транспорт министрлығы, Федераль суд приставтары хеҙмәте, Федераль һалым хеҙмәте һәм Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һаҡлау үҙәге вәкилдәре менән берлектә Р-240 "Өфө-Ырымбур" автомобиль юлының 9-сы саҡрымында иҫкәртеү саралары үткәрә.

- Зинһар өсөн, беҙҙең яҡтан ҡабул ителгән сараларға аңлап ҡарауығыҙҙы һорайым, - тип мөрәжәғәт итте халыҡҡа баш автоинспектор Владимир Севастьянов.

Фото: https://web.telegram.org/k/#@bash_gibdd

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас