Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль , 10:05

6 йәшлек бала өйөнә әйләнеп ҡайтмаған!

Барыһы ла ҡот осҡос фажиғәгә  менән бәйле.

6 йәшлек бала өйөнә әйләнеп ҡайтмаған!6 йәшлек бала өйөнә әйләнеп ҡайтмаған!
6 йәшлек бала өйөнә әйләнеп ҡайтмаған!

Өфөлә тауҙан шыуған ваҡытта 6 йәшлек ҡыҙ  йәрәхәтләнә һәм дауаханаға оҙатыла. Ваҡиға Өфөнөң Калинин районы «Труд» баҡсасылар ширҡәте биләмәһендә була. Был хаҡта ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы начальнигы Руслан Шәйҙуллин хәбәр итә.

 Баланы

«Ашығыс ярҙам» менән 18-се дауахананың нейрохирургия бүлегенә оҙаталар. Табиптар баш һөйәге, баш мейеһе һәм башҡа күп һанлы йәрәхәтте асыҡлай. Зыян күреүсенең хәле уртаса ауырлыҡта, тип баһалана. Ғәҙәттән тыш хәл булған ерҙә  шыуыу тыйылған була.

Мэр Ратмир Мәүлиев киләһе ҡышҡы миҙгелгә шыуыу рөхсәт ителгән тауҙар һәм тюбинг трассалары һанын арттырырға күрһәтмә бирҙе.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас