Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Февраль , 05:15

+3 була

Синоптиктарға ышанырғамы юҡмы?

+3 була+3 була
+3 була

Башҡортостанда һауа торошо үҙенең ҡапма-ҡаршылыҡтары менән хайран ҡалдыра. Аномаль йылылыҡ һәм сатлама һыуыҡтар  бер-береһен алмаштырып килә.

 Февралдең

икенсе яртыһында һәм мартта ла сюрприздарһыҙ булмай. Алдағы көндәрҙә 20 градус һыуыҡ урынына аномаль йылы киләсәк. Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, киләһе аҙна башында һауа температураһы көндөҙ +3, төндә 0 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Фобос үҙәгендә арктик һыуыҡтың тағы ла бер ағымы фаразлана. Аҙнаның икенсе яртыһы һыуыҡ булыуы көтөлә. Көндөҙ -8, -14, төндә -21, -25 градус буласаҡ. Февралдең һуңғы көндәрендә йәнә йылы һауа температураһы буласаҡ.  

Рәсәй синоптиктары фаразлауынса, март аномаль йылы булыуы көтөлә. Әгәр айҙың беренсе яртыһында төнгө һыуыҡтар булыуы ихтимал икән, икенсе яртыһында ысын мәғәнәһендә яҙғы һауа торошо урынлашасаҡ. Көндөҙ термометр бағанаһы +11 градусҡаса күтәреләсәк.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас