Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль , 16:24

Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Учалы районына эш сәфәре Учалылағы яңы балалар поликлиникаһынан башланды. Заман талаптарына яуап биргән медицина учреждениеһы "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.

Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы

3 мең кв.м. ашыу майҙанлы ике ҡатлы бинала 12 педиатрия участкаһы, тар белгестәр кабинеты, массаж, ультратауыш тикшереү, рентгенологик кабинет, шулай уҡ иркен регистратура, гардероб, әсә һәм бала бүлмәһе урынлашҡан. Бер нисә инеү төркөмө бар, лифт ҡаралған.

Учалы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Илгиз Йосопов яңы балалар поликлиникаһының балалар һаулығы үҙәгенә әүерелеүе хаҡында һөйләне. Учреждениеның план ҡеүәте сменаһына 200 кешегә иҫәпләнгән. Был күптән көтөлгән объект 14 мең балаға сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү мәсьәләһен хәл итергә тейеш. Яңы поликлиника балаларҙы тикшереү һәм уларға беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү өсөн заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Объекттың хаҡы 673 миллион һум тәшкил итә.

Радий Хәбиров УЗИ, офтальмолог, хирург, педиатр кабинеттарын, рентген-кабинетты, регистратураны ҡараны, шулай уҡ персонал менән аралашты. Табиптар билдәләүенсә, яңы поликлиника медицина ярҙамының сифатын күтәрергә һәм табиптарҙың профессиональ күнекмәләрен киңәйтергә мөмкинлек бирәсәк. Йәш әсәләр Радий Хәбировҡа уңайлы поликлиника өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Бында яҡшы ҡорамалдарҙа эшләүсе белгестәр штаты тулыландырылыуы ҡыуаныслы, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Телемедицина мөмкинлектәрен дә тикшерҙек, уны әүҙем үҫтерергә кәрәк. Был алыҫ райондарҙа йәшәүселәргә беҙҙең алдынғы белгестәрҙең квалификациялы ярҙамын алырға мөмкинлек бирә. - тине республика Башлығы.

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/v-uchalah-nachala-rabotu-novaya-detskaya-poliklinika-86713/

 

Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Учалы ҡалаһында - яңы балалар поликлиникаһы
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас