Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля , 06:55

Үәт, шәп!

Башҡортостан уҡытыусыһы халыҡ-ара марафонды уңышлы тамамлаған.

Үәт, шәп!Үәт, шәп!
Үәт, шәп!

Туймазы районының Ҡарамалы-Ғөбәй мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып эшләгән Радий Ғабдрахманов "Путь Фидиппида" онлайн-марафонында ҡатнашҡан. Боронғо грек яугирына арналған ярыш WorldRun.online платформаһында ойошторолған. Педагог 42 саҡрым дистанцияны эшкә барғансы һәм ҡайтҡас, өс көндә ауылға яҡын урман буйында уҙған. Ярыш шарттарына ярашлы, ҡатнашыусылар йүгереп, атлап, велосипедта йөрөп, билдәле арауыҡты үтергә тейеш булған, һөҙөмтәләрҙе бер ыңғай фото-, видеояҙмаларҙа теркәгән.

Радик Ғабдрахманов иҫтәлекле миҙалға лайыҡ булған!

Уҡытыусы мәктәптә балалар өсөн күмәк йүгереүҙәр ҙә, «10 тысяч шагов» акцияһын да ойошторған. Афарин!

Фото: Национальные проекты РФ

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас