Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль , 19:16

Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында

11 февралдә эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн Учалы коррекция мәктәп-интернатында булды. 

Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында
Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында

Бында психик үҫеше тотҡарланған, телмәр, күреү һәм терәк-хәрәкәт аппараты боҙолған балалар белем ала.

Мәктәп 1997 йылдан эшләй һәм медицина эшмәкәрлегенә лицензияһы бар. Штатта офтальмологтар, педиатрҙар һәм башҡа медицина белгестәре бар. Учреждениела Учалы районынан 208 бала уҡый. 2025 йылдың 1 сентябренән балалар яңыртылған корпуста шөғөлләнә. Төҙөүселәр ҡыйыҡты, фасадты, инженер селтәрҙәрен тәртипкә килтерҙе, тәҙрәләрҙе һәм ишектәрҙе алмаштырҙы, эске бүлмәләрҙе яңыртты. Мәктәптә заманса коворкинг-зоналар, ял зоналары, мәғлүмәт-китапхана үҙәге йыһазландырыла. Уҡыу кабинеттарында интерактив таҡталар һәм мультимедиа техникаһы ҡуйыла, яңы мебель һатып алына. Учреждение территорияһы республика аҡсаһы иҫәбенә төҙөкләндерелә. Радий Хәбиров ашхананы, дауалау физкультураһы залын, бассейнды һәм балта оҫтаханаһын ҡараны. Тәрбиәләнеүселәр үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәтте һәм киләсәккә пландары хаҡында һөйләне. Мәктәптә балалар һөнәр ала ала, шул иҫәптән «баҡсасы» йүнәлеше буйынса. Учреждение Учалы урман хужалығы менән хеҙмәттәшлек итә, ә сығарылыш уҡыусыларына эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Төбәк башлығы аутизм һәм башҡа үҫеш үҙенсәлектәре булған балаларҙы реабилитациялау өсөн мәктәпкә «Өкө йорто» сенсор-динамик комплексын һатып алырға ҡушты. Учреждениеның икенсе корпусында капиталь ремонт дауам итә. Уны тамамлағандан һуң мәктәп белем биреү киңлеген тулыһынса яңырта һәм тәрбиәләнеүселәрҙе уҡытыу һәм йәшәү өсөн уңайлыраҡ шарттар булдыра аласаҡ. Башҡортостан Башлығы билдәләүенсә, республикала үҙенсәлекле балаларҙы үҫтереү өсөн уларға ярҙам итеү мөһим.

- Беҙҙең бурыс - балаларға социалләшергә ярҙам итеү. Аңлашыла, ябай мәктәптә йәки юғары уҡыу йортонда уларға ҡатмарлыраҡ буласаҡ, ә бында улар башланғыс хеҙмәт күнекмәләрен үҙләштерә. Улар - яҡшы, һәйбәт балалар, - тине Радий Хәбиров. - Интернатта тағы бер блокты ремонтлауҙы тамамларға ҡалды. Беҙ коррекцион белем биреүҙе үҫтереүгә, шул иҫәптән федераль финанслауҙы йәлеп итеүгә, етди сығымдар йүнәлтәбеҙ.

Фото: https://glavarb.ru/ru/news/event/radiy-habirov-posetil-obnovlyonnuyu-uchalinskuyu-korrekcionnuyu-shkolu-internat-86735/

 

Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында
Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында
Радий Хәбиров яңыртылған Учалы коррекция мәктәп-интернатында
Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас