

"Урал батыр юлы" проекты 2024 йылда уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Ҡала мәҙәниәт һәм ял паркы алдындағы йәмәғәт киңлеге берҙәм концепция буйынса төҙөкләндерелә. Монументты ҡуйыу проекттың һуңғы этабы була. Муниципалитет башлығы Руслан Ғиләзжетдинов аңлатыуынса, скульптураны ҡуйыуға "Иң яҡшы муниципаль практика" Бөтә Рәсәй конкурсында алынған грант йүнәлтелгән. Ике тонналы алюминий композицияһы башҡорт халҡының ҡеүәтен, мәҙәниәтен символлаштыра һәм Учалы районының бренды булып тора. Композиция авторы - рәссам-скульптор Фәнил Мөслимов. Элегерәк ул тыуған ҡалаһы өсөн бөтә быуындар яугирҙарына һәйкәл, шулай уҡ башҡа эштәр эшләгән.
Радий Хәбиров, "Урал батыр" скульптураһы Башҡортостандың бай тарихын һәм халыҡ традицияларын сағылдыра, тип белдерҙе, уның матурлығын билдәләне.