- "Оҙон һәм әүҙем тормош" милли проекты буйынса төҙөлгән яңы балалар поликлиникаһы табиптары һәм пациенттары менән аралаштым, - тип белдерҙе төбәк етәксеһе. - Хәтерегеҙгә төшөрәм, былтыр республиканың төрлө мөйөштәрендә ошондай алты объектта эш алып барҙыҡ.
Учалы поликлиникаһы бер сменала 200 баланы ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында яҡшы ҡорамалдар бар, ә иң мөһиме - эшләргә кеше бар. Алыҫ райондарҙағы табиптар ҡатмарлы осраҡтарҙа Өфөләге тар белгестәр менән кәңәшләшә алһын өсөн, телемедицинаны үҫтерергә килештек.
Учалы халҡы алдында район дауаханаһының хирургия корпусы буйынса бурысыбыҙ бар. Бинаны төҙөп бөттөк, хәҙер уны иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу буйынса эш башлайбыҙ. Юғары сифатлы медицина хеҙмәттәре баш ҡала халҡына ғына түгел, ә алыҫ райондарҙа һәм ҡалаларҙа йәшәүселәргә лә еткерелеүе мөһим.