Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля , 14:10

Иванов өлкәһе инвесторҙар менән эшләүҙә Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланасаҡ

Башҡортостан вәкилдәре инвесторҙар менән эшләү буйынса иң яҡшы тәжрибәләре менән Иваново өлкәһе вәкилдәрен таныштырҙы. 

Иванов өлкәһе инвесторҙар менән эшләүҙә Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланасаҡИванов өлкәһе инвесторҙар менән эшләүҙә Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланасаҡ
Иванов өлкәһе инвесторҙар менән эшләүҙә Башҡортостан тәжрибәһен ҡулланасаҡ

Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү механизмы, бизнес-шерифтар институты, майҙансыҡтар буйлап виртуаль турҙар һәм муниципаль инвестиция стандарты коллегаларының айырыуса ҡыҙыҡһыныуын уятты, тиелә рәсми хәбәрҙә.

- Инвестиция комитетының даими ултырыштары ярҙамдың төп элементтары булып тора, 1,36 триллион һумдан ашыу суммаға проекттар ҡаралған да инде. Инвестицияларҙы яҡлау һәм дәртләндереү программаһы өҫтөнлөклө проекттарға дәүләт ярҙамы сараларын күрһәтеү буйынса ҡарарҙар ҡабул итеү процедураһын оптималләштерергә мөмкинлек бирҙе, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Вероника Ханнанова.

Ошо турала мәғлүмәт рәсми сайтта: https://pravitelstvorb.ru/news/28370/

Фото:https://pravitelstvorb.ru/news/28370/

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас