Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль , 19:00

Хәләл генә аҡсаһынан яҙҙырғандар...

Ауылда йәшәгән 54 йәшлек ҡатын кисә генә айлыҡ эш хаҡын алған булған. Шул 32 мең һумды урлағандар... Танышынан: "Видеола һинме ул?" - тигән хәбәр килгәс, һылтанмаға баҫҡан булған.

Хәләл генә аҡсаһынан яҙҙырғандар...
Хәләл генә аҡсаһынан яҙҙырғандар...

Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгән 54 йәшлек ҡатынға танышы шылтыратып, һинең исемдән мессенджер аша: "Видеола һинме ул?" тигән шикле хәбәр килде, ысынлап, һин яҙҙыңмы, тип һораған. Ҡатын сикһеҙ аптырап, юҡ, тип әйтеп тә өлгөргән, телефонында өҙөклөктәр ҙә башланған. Ашығып смартфонын тикшергәндән һуң, ҡоролманан банк ҡушымталарының юғалыуы асыҡланған.

Зыян күреүсе банктың ярҙам хеҙмәте менән бәйләнешкә инә һәм картаны блокка ҡуя.

Тиҙҙән уға уның исеменән "Видеола һинме ул?" тигән хәбәрҙәр алған башҡа таныштары ла шылтыратырға тотона...

Ҡатындың әйтеүенсә, уның үҙенә күптән түгел ҡайһылыр танышынан ошондай уҡ хәбәр килгән булған һәм ул һылтанма буйынса күскән. Енәйәтселәр ебәргән зарарлы вирус аҡсаһынан да яҙҙырған, үҙен-үҙе уның таныштарына ла таратҡан.

Полиция иҫкәртә: бер ҡасан да шикле һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ, хәбәр таныштарығыҙҙан килгән осраҡта ла! Тәүҙә бәйләнешкә инеп, һорап тикшерегеҙ! Бер кемгә лә смс-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ. Мессенджерҙарҙа ла, банк ҡушымталарында ла ышаныслы пароль һәм ике этаплы аутентификация ҡуйығыҙ. Аккаунтты ватып инһәләр, шунда уҡ паролдәрҙе алмаштырығыҙ һәм карталарҙы ябыу өсөн банкҡа шылтыратығыҙ.

Фото: https://vk.ru/mvdporespublikebashkortostan

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас