Башҡортостан Башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең - Ильнур Игликов, Евгений Волков, Рәмил Ғәләүетдинов, Дмитрий Заварихин, Владислав Мальцевтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандарына ысын күңелдән ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе, уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы.
- Егеттәр - ысын геройҙар, улар үҙ бурысын ахырына тиклем үтәгән. Һеҙ улар менән ғорурлана алаһығыҙ. Беҙ һеҙҙең ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән уратып алыу - беҙҙең бурыс. Үҙ-үҙеңде һаҡлау, һаулығың тураһында ҡайғыртыу мөһим, күптәргә ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ярҙам итергә кәрәк. Һәләк булған балаларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү - муниципалитет башлыҡтарының беренсе сираттағы бурысы.
Башҡортостан Башлығы төбәктә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү сараларының киң комплексы ғәмәлдә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Яугирҙарҙың туғандары Радий Хәбировҡа хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә иғтибар һәм килеп тыуған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә шәхсән ҡатнашлығы өсөн рәхмәт белдерҙе.