Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль , 18:00

Фотоны "йәнләндерәм", тип...

Яһалма зиһен ярҙамында фотоларҙы "терелтә торған" ҡушымталарҙы телефонығыҙға ҡуйырға ашыҡмағыҙ! Улар вируслы булыуы ихтимал һәм аҡсағыҙ тү-түүү... Етмәһә, һеҙҙең исемгә алынған кредиттар башығыҙҙан ашыр (Аллам һаҡлаһын!)

Фотоны "йәнләндерәм", тип...
Фотоны "йәнләндерәм", тип...

Мәҫәлән, Нефтекама ҡалаһынан 63 йәшлек ҡатын осраҡлы ғына рәүештә үҙенең банкка бурыслы булыуын асыҡлаған.

Рефинанслау буйынса банк учреждениеһына килгәс, дөйөм суммаһы 266 мең һумдан ашыу булған бер нисә кредиты барлығын белеп шаҡ ҡата.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, билдәһеҙ кеше "Дәүләт хеҙмәттәре" порталында шәхси кабинетына инеп, уның исеменән кредиттар ала һәм төрлө һатып алыуҙар өсөн түләй. Баҡтиһәң, ҡатын бер көн алда телефонына фотоларҙы йәнләндереү өсөн ҡушымта күсереп алған була.

Күрәһең, тап ошо мәлдә уның телефонына зарарлы .apk-файл эләгә, ул ҡатындың ҡушымталарына инеү мөмкинлеген аса һәм енәйәтселәрҙең енәйәтсел ниәтен тамамларға мөмкинлек бирә. 

Был факт буйынса тәфтиш бүлеге енәйәт эше асҡан.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас