Эремсек – 200 г, ҡаймаҡ – ике ҡалаҡ, йомортҡа – ике дана, аҡ май – ике ҡалаҡ, он – бер стакан, шәкәр – бер стакан, сода – ярты балғалаҡ, тәменсә тоҙ.
Эремсеккә йомортҡа, ҡаймаҡ, иретелгән май, он, шәкәр, сода (“һүндереп”), тоҙ һалып, яҡшылап бутап, ҡамыр эшләргә лә формаға һалырға ғына.
180 градус эҫелектә бешә. Әҙерлеген шырпы йәки теш таҙартҡыс тығып тикшерергә була.
Тәмле булһын!