Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраль , 18:09

Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...

Башҡортостан мәҙәниәтендә, бейеү сәнғәтендә оло юғалтыу: билдәле хореограф, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Гөлназ Аҡназарова вафат. Туғандарының, хеҙмәттәштәренең, дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.  

Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...
Бәхил бул, Гөлназ Вәкил ҡыҙы...

Гөлназ Вәкил ҡыҙы 1962 йылда Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуа. "Ирәндек", "Сибай" бейеү ансамблдәре етәксеһе, Сибай ҡалаһының мәҙәниәт бүлеге начальнигы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында баш белгес булып эшләй. Республиканың бик күп фольклор, бейеү ансамлдәре менән хеҙмәттәшлек итте, иҫәпһеҙ-һанһыҙ бейеүҙәр, хореографик композициялар һалды. Бар ғүмерен башҡорт бейеүен үҫтереүгә арнаған шәхестең урыны ожмах түрҙәрендә булһын.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас