Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Февраля , 05:30

Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Әбйәлил батыры Александр Суворов миҙалы менән бүләкләнде. 

Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

“Тәрән хөрмәт һәм ихлас ғорурлыҡ менән яҡташыбыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Вадим Шәһимәрҙәновтың, хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән шәхси батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Рәсәй Президенты Указы менән Александр Суворов миҙалы менән бүәләкләнеүе тураһында хәбәр итәбеҙ, – тип яҙалар Әбйәлил район гәзите сайтында.   Вадим Ғәфүр улы! Һеҙҙең геройлығығыҙ — Ватан алдындағы ғына батырлыҡ түгел, ә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең ҡаҙанышы. Балалар һәм ейәндәр һеҙҙең ҡаһарманлығығыҙҙы күреп үҫһен. Һеҙҙең кеүектәр ярҙамында илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен.

Ысын йөрәктән һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы һәм бөтмәҫ эске көс теләйбеҙ.  Яҡташтарығыҙ һәр ваҡыт янығыҙҙа һәм  һеҙгә оло рәхмәтле”.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Ҡаһарман яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ!
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас