Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 09:50

Яҡташ яугирҙарға күмәкләп ярҙам итәләр

Әбйәлилдәр был йәһәттән әүҙем һәм дөргөн

Яҡташ яугирҙарға күмәкләп ярҙам итәләр
Яҡташ яугирҙарға күмәкләп ярҙам итәләр

Еңеү өсөн бергәләп тырышалар
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыусы Әбйәлил ауылы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ҙур ярҙам күрһәтә. Бергәләп аҡса йыйып, яугирҙар өсөн ике күсмә мунса ебәрелде. Гуманитар йөктө Таштимер ауылы биләмәһе башлығы Земфир Арғынбаев үҙе оҙатып барҙы. Яҡташ яугирҙар менән осрашып, хәл-әхүәлен белеште.
Мунсаның береһе Әбйәлил ауылынан "Салауат", икенсеһе Михайловканан "Өкө" позывнойлы егеттәргә тапшырылды. Бынан тыш, яугирҙарға ауыл ҡатын-ҡыҙҙары бергәләп әҙерләгән тушенка, тоҙло кәбеҫтә, тәм-том һәм башҡа кәрәкле әйберҙәр оҙатылғайны.
-Автомобиль аккумуляторҙары, дарыуҙар, маскировкалау селтәрҙәре өсөн айырыуса ҡыуандылар. Исемле күстәнәстәр эйәләренә барып етте. Тыуған яҡтан сәләм алған һәр яҡташыбыҙ ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе. Еңеү менән ҡайтасаҡбыҙ тине. Үҙ сиратымда, оло эште атҡарыуҙа ситтә ҡалмаған ауыл халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, - тине Земфир Зиннәт улы МХО зонаһына гуманитар йөктө оҙатып ҡайтҡас.

Афарин, Әбйәлил ауылы халҡы! 

Автор: Динара Сафиуллина
Читайте нас