Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Февраль , 00:13

Таныштарына 16 млн һум бурыслы

29 йәшлек ҡатын муттарға 18,5 миллион һумдан ашыу аҡса "бүләк иткән". Шуның 16 миллион һумын ул кешеләрҙән үтескә алып торған булған. Таныштары үҙҙәренең аҡсаһын һис ҡасан ҡайтарып ала алмаясаҡ - был көн кеүек асыҡ...

Таныштарына 16 млн һум бурыслы
Таныштарына 16 млн һум бурыслы

Межгорье ҡалаһында йәшәүсе ҡатын инвестиция афераһында 18,5 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Уҙған йылдың сентябрендә мессенджерҙа ҡатынға "финанс белгестәре" мөрәжәғәт итә. Яйлап аралашыу барышында ышаныс булдырып, улар юғары килемле инвестициялар тураһында һөйләй һәм уларҙы ҡулланырға өйрәтергә тәҡдим итә.

Артабан зыян күреүсене - компанияның етәксеһе менән, ә һуңынан - шәхси трейдер менән таныштыралар. Уларҙың күрһәтмәләре буйынса ул махсус ҡушымтаны урынлаштыра, курс үтә һәм иҫәбен тулыландыра башлай. Тәүҙә зыян күреүсе 19 мең һум шәхси аҡсаһын һала һәм платформаның эшләй алыуына ышана. Бынан һуң трейдер етди табыш алыу өсөн байтаҡ сумма кәрәк тип ныҡыша. Ҡорбан, уға ышанып, 2,5 миллион һумдан ашыу суммаға бер нисә кредит ала һәм бөтә аҡсаны "инвестиция иҫәбенә" күсерә.

Бер ни тиклем ваҡыттан һуң 137 мең һум килем алғас, ялған белгестәр өҫтәмә аҡса һалырға күндерә. Ҡатын-ҡыҙҙың аҡсаһы булмағанлыҡтан, ул үҙенең таныштарынан 16 миллион һум самаһы бурысҡа ала, шуларҙың 12,5 миллионын Өфө ҡалаһы аэропортында осрашҡан "брокерҙарға" тапшыра.

Аҡсаны ҡабаттан сығарырға маташғас, енәйәтселәр шәхси кабинетына инеү мөмкинлеген ҡалдыра, әммә элек һалынған аҡсаны сығарыу өсөн өҫтәмә сумманы индереүҙе һорай. Шул саҡта ғына зыян күреүсе үҙен алданыуын аңлай.

Әлеге ваҡытта был факт буйынса Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бер ҡасан да һәм бер кемгә лә "гарантияланған" килем өсөн аҡса күсермәгеҙ. Интернетта таныш булмаған кешеләргә ышанмағыҙ. "Трейдерҙарҙан" һәм "эш хаҡы буйынса белгестәрҙән" килгән шылтыратыуҙар, мессенджерҙағы хәбәрҙәр - мутлашыусыларҙың төп эш каналы. Ундай әңгәмәселәрҙе блокка ҡуйығыҙ! Тикшерелмәгән ҡушымталарҙы ҡуймағыҙ һәм шикле сайттарға теркәлмәгеҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор: Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас